Һандуғасҡа ниңә бейек ҡая. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Һандуғасҡа ниңә бейек ҡая


Ҡай берәүгә баһа биргән мәлдә,
Һирәк, тибеҙ, оса бейектә;
Ҡанаттары болот телгәндәрҙе
Ғәйепләйбеҙ: алыҫ ерлектән.
Сая бөркөт талға ҡунмаҫ инде,
Күк иңләүе - үҙе йыр ҙаһа!
Һандуғасҡа ниңә бейек ҡая -
Бәғереңде өҙөр, һайраһа.
Бейек, түбән, тиеп баһалауҙан
Туҡтамайбыҙ икән ник һаман?!
Һәр бер заттың барсы үҙ урыны,
Үҙ урыны уға тап-таман.


2012